Бер-ни тиклем ваҡыт үткәндән һуң табиб, урта йәштәрҙәге ир-ат, Мәрйәмә апайға инергә ҡу...
Бер-ни тиклем ваҡыт үткәндән һуң табиб, урта йәштәрҙәге ир-ат, Мәрйәмә апайға инергә ҡушты, күренеп тора, Мәрфуға аша әсәһенең бында икәнен белгән. - Апай, - тип һүҙ башланы табиб, - мин – гинеколог, шуға күрә тураһын әйтергә бурыслымын. Ҡыҙығыҙ ауырлы. - Ай ҡоромағыры! Яңылышманығыҙмы, ҡустым? – тип Мәрйәмә апай табибҡа баҡты. - Бер-ниндәй яңылышлыҡ юҡ, апай – тине гинеколог, - ҡыҙығыҙ үҙе лә белмәгән булған. Бына хәҙер белде инде, кәрәкле инструктажды алды. Сығырға мөмкин. Хушығыҙ! Аяҙ күктә йәшен атҡандай тойолдо Мәрйәмә апайға. https://ejansura.ru/articles/ataisal/2025-05-21/m-rfu-a-marfusha-4243848