– Рәйсә, ирең Гөлсөмгә эйәләгән!
– Рәйсә, ирең Гөлсөмгә эйәләгән! – Рәйсә, иреңдең машинаһында көнө буйы Гөлсөм ултырып йөрөнө. – Рәйсә, иреңде теҙгенләр инең. Көн дә ошондай һүҙҙәр ишетеүгә аптырап бөттөм инде. Ниңә бөтәһе лә алдай әле. Садиҡ хыянат итә, имеш. Кисә генә әхирәтемдә матур итеп ҡунаҡ булып ҡайттыҡ. Унан алдағы көндә башмаҡ һуйып, икәүләп баҙарға алып барып һаттыҡ. Минең эргәмдән бер ҡайҙа ла китмәнесе... Аптырайым был кешеләргә. Йөрәккә ут һалырға ғына торалар. Әллә көнләшәләр... Улай тиһәң, бер ҙә генә көнләшерлек урын тапмайым. Ябай ғына бер ауыл кешеләре инде. Үҙ көсөбөҙ менән өй һалып индек. Уныһы ла 3–4 йылға һуҙылып китте. Машина алдыҡ, балаларҙы уҡыттыҡ, туйҙар яһаныҡ. Башҡаларҙан бер генә артыҡ та, кәм дә урыныбыҙ юҡ. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-08-28/satanla-an-b-het-4795618