ҠАЗАЛЫ ТУЙ
ҠАЗАЛЫ ТУЙ Тиҙҙән туй мәжлесе. Әллә белмәйме? Бер генә хатын булһа ла уҡыһын әле. Ниңә асты конвертты? Үҙенә ғүмерлек гонаһ алып. Кейәүгә сыҡҡанын белмәйме икән тиһә, ирен урманға алып барырға, үтенесен үтәмәһә, үҙен үлтереү менән янаған, унһыҙ йәшәй алмаясағын белдергән... Әлфиә ни эшләргә белмәне... Ата-әсәһенә лә өндәшмәүҙе хуп күрҙе. Донъя тотҡаһы атаһы тип әйтергә лә була. Күп булмаған эш хаҡына биш балаһын үҫтерә. Әсәһен эшкә йөрөтмәй. Ир кеше әсәһенә балаларын тәрбиәләүҙе йөкмәткән. Нисек кенә уларға өндәшеп, кәйефтәрен боҙһон? Ни эшләргә? Етмәһә, күкрәге аҫтындағы сабыйы тибешә. Әлфиә көнө-төнө баш ватты. Ялға ҡайтҡан ире, әлбиттә, ундағы үҙгәреште һиҙмәй ҡалманы. Һорашһа, тертләне, тик дөрөҫөн әйтә алманы. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-05-21/azaly-tuy-4695469