...Әхтәм эргәһенә Торма яҡынланы. Йылмая, һа-ай билкәйе, һары сәскәйе! Бейегәнен фотоға...
...Әхтәм эргәһенә Торма яҡынланы. Йылмая, һа-ай билкәйе, һары сәскәйе! Бейегәнен фотоға сыртлатмаҡсы икән, рөхсәт һорай. Ишеткәне бар Әхтәмдең: сит илдәрҙә фото-мотоны рөхсәт менән генә төшөрәләр, аҡса ла бирәләр тиме кәрәк сағында. Төкөрҙө ул аҡсаһына, бейеп кенә байымаһа... Мәгәр кәртинкә кеүек ҡунаҡ ҡыҙға инәлтеү килешмәҫ. Әйҙә, бер һелкенһен әле, моғайын, уҡаһы ҡойолмаҫ. Бейергә урынды мадъяр ниңәлер шишмәгә яҡын ҡарағай төбөн һайланы. Ваҡыт-ваҡыт күләгәһендә умарталыҡтың ҡола бейәһе юшап торғанлыҡтан, был тирә аҙ ғына саңдауырак ине. Ағастың буй етмәле ҡоро ботағына иҫке йүкә тышау, һыныҡ даға эленгән. Серек бәрәңге һымаҡ ат тиҙәктәрен кемдеңдер фарманы буйынса «эрдэка» шоферы көрәге менән йәһәт кенә тал араһына елгәрҙе. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2025-06-20/sa-yryu-hik-y-4283837