💙🤍💚Республика көнө менән!
💙🤍💚Республика көнө менән! Эльвира АЙЫТҠОЛОВА, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты: - Хөрмәтле ватандаштар! Бөгөнгө байрам — беҙҙең төбәктең тарихына, уның күп милләтле халҡына тәрән хөрмәт билдәһе. Башҡортостандың тарихи яҙмышы тотош илебеҙҙеке менән айырылғыһыҙ бәйле. Арабыҙҙа - күп быуатлыҡ йолалар, уртаҡ иҡтисади һәм социаль бәйләнештәр, мәҙәни, рухи ҡиммәттәр. Тап улар нигеҙендә бөгөн иҡтисади тотороҡлолоҡ, сәйәси, милләт-ара теләктәшлек һаҡлана. Күп быуаттар дауамында халҡыбыҙ тыуған республикабыҙҙы үҫтереүгә, көсәйтеүгә күп көс һала, йәш быуынға йәшәү өсөн ныҡлы нигеҙ булдыра. Бөгөнгө байрам тыуған төбәгебеҙҙең һәм бөйөк Рәсәйҙең яҙмышы өсөн уртаҡ яуаплылығыбыҙҙы сағылдыра. Беҙ дәүләтселегебеҙҙең нигеҙендә торғандарҙы рәхмәт, хөрмәт тойғолары менән иҫкә алабыҙ, уларҙың халыҡ мәнфәғәтендәге эштәрен онотмайбыҙ. Республика көнө быйыл ил Президенты Владимир Путин тарафынан иғлан ителгән Рәсәй халыҡтарының берҙәмлек һәм төбәгебеҙҙәге Ҙур һәм татыу ғаилә йылдарында тағы ла киңерәк мәғәнәгә эйә. Был ваҡиғалар берләшеп, көсөбөҙ — мәҙәниәттәрҙең, телдәрҙең, йолаларҙың төрлөлөгөндә, бер-береңә ҡарата хөрмәттә, бөйөк дәүләтебеҙ мәнфәғәтендә бергәләп алға ынтылыуҙа икәнен йәнә бер ҡат раҫлай. Республика илебеҙҙең үҫешенә тос өлөш индерә, тамырҙар ныҡлығын, халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты һаҡлап, алға бара, тарихына, йолаларына һәр саҡ тоғро. Уның ҡеүәте – тыныслыҡта, ошонда йәшәгән халыҡтарҙың берҙәмлегендә, рухи ҡиммәттәрҙе һаҡларға ынтылыуҙа. Башҡорттар – республикаға исем биргән аҫаба халыҡ. Милләттәштәребеҙ донъяның төрлө төбәктәрендә, илдәрендә йәшәй. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы улар араһында тығыҙ бәйләнеш булдырған, бергәләп мөһим бурыстарҙы үтәйбеҙ. Республика көнө – ҡырҙа йәшәгән яҡташтарыбыҙҙың да байрамы. Ҡайҙа ғына ғүмер итһәләр ҙә, Башҡортостан уларҙың һөйөклө Ватаны булып ҡала. Беҙ Ватанын һаҡлап, хәрби бурысын намыҫлы үтәгән яҡташтарыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Уларға, ғаиләләренә ярҙам итеү өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ — был изге бурысыбыҙ. Ҡәҙерле дуҫтар! Беҙҙең көсөбөҙ — берҙәмлектә, үткәндәргә хөрмәттә һәм киләсәккә ышаныста. Һәр йортта тыныслыҡ, ырыҫ-бәрәкәт, именлек булһын. Һәммәгеҙгә лә бәхет, һаулыҡ һәм уңыштар! Байрам менән!