📝ШАҒИР ҺҮҘЕ
📝ШАҒИР ҺҮҘЕ Рәсимә УРАҠСИНА БАШҠОРТ БАЛАҺЫ МИН... БАШҠОРТОСТАН Башҡортостан – баш илем, Йыһандағы бишегем. Ҙур донъяға алып сығыр Яҙмышымдың ишеге. Тәпәй баҫҡан тупрағым, Тәгәрәп үҫкән ҡырҙарым, Һыуһынымды ҡандырған Тәмле–татлы һыуҙарым. Башҡортостан – баш илем, Һиндә асылды телем. Һинең йылы ҡосағыңда Шатланып алам белем. #ҡоролтай #курултай #ВсемирныйКурултайБашкир #ДеньРеспубликиБашкортостан #БашҡортостанРеспубликаһыкөнө #деньреспублики #республикакөнө #Башҡортостан