💙Ҡурай көнө менән!
💙Ҡурай көнө менән! 🤍Ҡурай — башҡорт халҡының тарихы, рухи хазинаһы, милли символы һәм ғорурлығы, рухи байлығыбыҙ һәм йылъяҙмабыҙ. Уйын ҡоралына арналған сағыу мәҙәни байрам Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы 2024 йылда булдырылды һәм йыл һайын рәсми рәүештә 10 октябрҙә билдәләнә. 💚Байрамдың маҡсаты — башҡорт милли музыка ҡоралын һәм республиканың төп мәҙәни символын һаҡлау, үҫтереү һәм популярлаштырыу. Ҡурай, шулай уҡ, төбәктең дәүләт гербында һәм флагында һүрәтләнгән. 💙Бөгөн Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында тематик концерттар, мәғариф учреждениеларында музыкаль-мәҙәни саралар, халыҡ сәнғәтенә арналған күргәҙмәләр һәм ижади коллективтарҙың сығыштары уҙа. 🤍«Ҡайҙа башҡорт, шунда ҡурай», ти халыҡ. Йорттарығыҙға именлек, ғаиләләрегеҙгә бәхет һәм һәр ваҡыт күтәренке кәйеф юлдаш булһын. 💚Байрам менән, милләттәштәр! #ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #курултай #ҡурайкөнө #ҡурай #курай #башҡорттар #Башҡортостан #Башкортостан #денькурая