💫 Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең "Россиянмын" шиғырына матур йыр ижад ит... — 12 июня 2026 г. в 17:53:45.697
💫 Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең "Россиянмын" шиғырына матур йыр ижад ителгән. Уны Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Флорида Иркина-Хәмзина башҡара. Рус түгелмен, ләкин россиян мин, Россияның һыуын эскәнмен, Сағылдарҙа имән нисек үҫһә, Мин был ерҙә шулай үҫкәнмен. Хаҡлымындыр, тимен, үҙемде әгәр Сағыл имәненә оҡшатһам, — Тамырҙарым бит дүрт быуат әүәл Мәскәү менән барып тоташҡан. Замандар бик хәтәр мәлдә Мәскәү Дуҫлыҡ ауазымды ишеткән, Һәм рус халҡы минең яҙмышымды Үҙе яҙмышына иш иткән. Рус түгелмен, ләкин россиян мин, Россиян мин — ниндәй ғорурлыҡ! Биш ғүмерең миңә кәрәк түгел, Бер яҙмышым шуға торорлоҡ. Рус һәм башҡорт юлда һәр саҡ юлдаш, Табындаштар оло байрамда, Яуҙа яуҙаш, дандаш һәм ҡәберҙәш Изге һуғыш үткән майҙанда. Салауаттың утлы ирендәре Пугачевты үпкән сағында, Беләм, миңә мөхәббәтең артҡан, Рус туғаным, һинең ҡанында. Рус түгелмен, ләкин россиян мин, Совет Ватанының улымын. Ниндәй яҡты бейеклектәренә бөгөн Күтәреләм йәшәү юлының!

