🌞+28 градусҡаса эҫе әйләнеп ҡайта — 2 августа 2026 г. в 10:41:53.638
🌞+28 градусҡаса эҫе әйләнеп ҡайта Һалҡындан ялҡманығыҙмы әле? Ҡыуандырабыҙ, Башҡортостанға йәнә эҫе әйләнеп ҡайта. Башгидромет синоптиктары алдағы өс көнгә ентекле фараз бирҙе. 💥Яҡынса фараз буйынса, һауа температураһы әкренләп күтәреләсәк. Бөгөн, 2 августа, көндөҙ термометр бағанаһы +24 градус билдәһендә була. Төндә +16 градусҡаса һалҡын буласаҡ. 3 август тағы ла йылыраҡ буласаҡ. Көндөҙ температура +26 градусҡа тиклем күтәреләсәк. ⚡️4 августа термометр көндөҙ +28, төндә +18 градус күрһәтәсәк. Алдағы көндәрҙә ямғыр яуасаҡ. Шулай уҡ боҙ-борсаҡ һәм көслө ел көтөлә. Рәсәй Гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, августа Башҡортостанда уртаса айлыҡ һауа температураһының нормаға яҡын булыуы көтөлә (норма +17,2 градус). Айлыҡ яуым-төшөм күләме шулай уҡ нормаға яҡын (норма 45-65 миллиметр) тип күҙаллана. 📍"Башҡортостан" гәзитенең МАХ рәсми каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan

