🌳 Өфөлә Рәми Ғарипов ижадына арналған сквер буласаҡ — 1 августа 2026 г. в 07:18:20.654
🌳 Өфөлә Рәми Ғарипов ижадына арналған сквер буласаҡ Октябрь проспектында 136-сы һәм 142/1-се йорттар араһындағы скверға «Ҡояшлы ямғыр» исемен бирергә планлаштыралар. Һәм был осраҡлы түгел. Сквер янында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов йәшәгән йорт һәм уның исемендәге республика гимназия-интернаты урынлашҡан. Шағир үҙе лә, тәбиғәт балаһы булараҡ, ағастар ултыртырға яратҡан. Бөгөн ошо изге эште халыҡ дауам итә. Был сквер 2025 йылда «Йәшел Башҡортостан» акцияһы сиктәрендә барлыҡҡа килгәйне.

