✅ 2 авгусҡа ҡарап, көҙҙөң һәм ҡыштың нисек килерен билдәләгәндәр. — 2 августа 2026 г. в 05:34:04.192
✅ 2 авгусҡа ҡарап, көҙҙөң һәм ҡыштың нисек килерен билдәләгәндәр. ✅ Бөгөнгө көн, йәғни 2 август рус халҡында Илья көнө булараҡ билдәле. Улар был көнгә айырыуса ҙур иғтибар биргән. “Илья көнөндә төшкә тиклем – йәй, төштән һуң – көҙ” тигәндәр. 💦 Әгәр 2 августа ямғыр яуһа, ай ярым самаһы туҡтамай яуасаҡ һәм көҙ ҙә ямғырлы буласаҡ, тигән һынамыш бар. Икенсе юрай буйынса был көндәге ямғыр – мул уңыш билдәһе. 💦 Шулай уҡ рус халҡы 2 августағы ямғырҙа сыланыу бер йылға етерлек һаулыҡ бирә, “Илья ямғыры” күҙ тейеүҙән һаҡлай, тип ышанған. ✅ Илья көнөнән һуң серәкәй-себен тешләмәй башлаһа, яҡын арала көндәр һалҡынайыр. Ә инде, киреһенсә, серәкәйҙәр әүҙем булһа, тимәк, йылы көндәр торасаҡ әле. 🌞 Әгәр 2 августа ямғыр яумаһа, тағы алты аҙна аяҙ, ҡоро торор. Көн ныҡ эҫе булһа, ҡыш һыуыҡ һәм ҡаты булыр. ✅ 2 августан һуң йылға-күлдәрҙә һыу инеүҙе тыйғандар. Был көндән һуң һыу һыуына башлай, тигәндәр. Ә ҡайһы бер ырым-юрауҙар буйынса һыу ятҡылыҡтарында төрлө ҡара көстәр уяна, улар сир-зәхмәт тарата, тип ышанғандар. ✅ Ырымдарға, һынамыштарға ышаныу-ышанмау – һәр кемдең үҙ эше. Г. ЯҠШЫҒОЛОВА фотоһы. "Башҡортостан" гәзитенең рәсми каналына яҙылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan

