☀ Әсәй һөнәре буласаҡ һәм стаж өсөн балдар өҫтәләсәк — 25 июля 2026 г. в 11:06:16.342
☀ Әсәй һөнәре буласаҡ һәм стаж өсөн балдар өҫтәләсәк ❗️Рәсәй Дәүләт Думаһында әсәлекте һөнәр тип танырға һәм уның өсөн пенсия балдары өҫтәргә тәҡдим итәләр. 🛑 Башланғыс авторы - депутат Каплан Панеш күп бала тапҡан һәм тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙың лайыҡлы ҡартлыҡ өсөн етерлек хеҙмәт стажы йыйып өлгөрмәүен билдәләй. Әгәр ҙә һәр бала өсөн балл өҫтәлһә, был уларға ярҙам булыр ине, ти. 📍Депутат ошондай өҫтәмәләр шкалаһын тәҡдим итә: – тәүге бала өсөн – 3 балл; – икенсеһе өсөн – 5 балл; – өсөнсө балаға – 7 балл; – дүртенсе һәм артабанғы балалар өсөн – 10-ар балл. 👍 Әгәр башланғысты хуплаһалар, әсәлек капиталы ғына түгел, гарантияланған пенсия ла демография мәсьәләһен яҡшыртырға булышлыҡ итер тип көтөлә.

