Учалы районының Өргөн ауылында ҡот осҡос көслө дауыл үткән. — 10 июля 2026 г. в 06:14:54.231
Учалы районының Өргөн ауылында ҡот осҡос көслө дауыл үткән. Электр сымдары өҙөлөү сәбәпле ауыл ваҡытлыса утһыҙ ҡала, һигеҙ йортта газ һүнә, бер нисә ҡыйыҡ зыян күргән. "Бындай һауа торошонда ҡайҙалыр барыуҙан туҡтап тороғоҙ, автомобилдәрҙе ағастар янына ҡуймағыҙ, өҙөлгән сымдарға яҡын бармағыҙ һәм зыян күргән коммуникацияларға теймәгеҙ. Ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда шунда уҡ 112 номеры буйынса мөрәжәғәт итегеҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!" - тип яҙа район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләжетдинов.