Африка ритмы һәм башҡорт моңо: ике ҡитғаны берләштергән дуэт!
Африка ритмы һәм башҡорт моңо: ике ҡитғаны берләштергән дуэт! "AY YOLA" төркөмө артистары Көньяҡ Африка республикаһынан билдәле йырсы LIZWI менән дуэт йырлаған. Был хаҡта музыканттар социаль селтәрҙә хәбәр итә. Яҡташтарыбыҙ Екатеринбургта уҙған йәштәр фестивалендә сит ил вәкиле менән осрашҡан. Сәхнә артында артистар башҡорт этномузыкаһын традицион зулус тауышы менән берләштерергә тырышҡан. “Аманат” композицияһын Ринат Рамазанов һәм Адель Шәйхетдинова, LIZWI “Amathole” хитын башҡарған.
1 316 просмотров