Бер ҡатын тормошона зарланып ултыра икән:
Бер ҡатын тормошона зарланып ултыра икән: — Ирем ялҡау, балаларым тәртипһеҙ, насар уҡый. Етәксем хеҙмәтемде күрмәй, аҡса етмәй, ярлылыҡта йәшәйбеҙ… Ә уның артында торған фәрештә һәр һүҙен дәфтәренә яҙып бара икән. Шунан аптырап уйлап ҡуйған: — Ҡыҙыҡ, был ҡатынға ниңә ялҡау ир, тәртипһеҙ балалар, ярлы тормош кәрәк икән? Бигерәк сәйер теләктәр! Әммә үҙе көн һайын шуны ҡабатлай. Тимәк, үтәргә кәрәк… Беҙ йыш ҡына тормошобоҙҙағы етешһеҙлектәргә зарланабыҙ, ә булғанына шөкөр итергә онотабыҙ. Зарланыу урынына шөкөр итәйек, яҡшыны күрергә һәм яҡшыны теләргә өйрәнәйек.