Журнал «Ватандаш» | «Соотечественник» | Уфа
Новости
Загружаем канал…
Мы используем cookie для улучшения работы сайта и анализа статистики. Оставаясь на сайте, вы соглашаетесь с Политикой конфиденциальности.
Новости
Почему я так часто встречаюсь с нашей молодежью? Потому что это хорошая возможность услышать друг друга. Для нас важно понимать, чем живут наши ребята, о чем они мечтают, с какими трудностями сталкиваются. Для меня это всегда очень полезный разговор. Надеюсь, что и для них тоже. Сегодня я пообщался с теми, кто во многом определяет нашу молодежную политику – руководителями общественных организаций, профильных отделов в муниципалитетах, активистами «Движения Первых», студотрядов, волонтерских сообществ. Это, без преувеличения, наши соратники. Искренне благодарю их за все, что они делают. Обсудили ряд назревших вопросов, поговорили о том, какие изменения ждут уже в ближайшем будущем. Например, мы планируем учредить звание «Заслуженного работника молодежной политики». А еще создадим Штаб сту…
Читать целиком😕МЧС показало кадры затопленных домов в Аскинском районе Вода до сих пор стоит в двух деревнях. Всего стихия залила 88 жилых домов. Больше всего пострадало Султанбеково — там под водой 34 дома. В Чурашево — 26, в Уршадах — 32. В последнем селе уровень уже начал снижаться, а вот в двух других вода пока не уходит. ✔️ Подписаться | Предложить новость
🚨 Глава республики объяснил, почему в Башкирии не включают сирены при угрозе БПЛА Радий Хабиров на встрече с политологами и экспертами рассказал, что в республике уже выстроена система реагирования: на протяжении четырёх лет работает оперативный штаб, определены критически важные объекты, разработаны меры их защиты и организованы линии обороны. Глава отметил, что комплексная система пассивной и активной защиты, а также взаимодействие с общероссийской системой ПВО обеспечивают достаточный уровень безопасности. Именно поэтому, по его словам, включение сирен при каждой угрозе не требуется, чтобы не создавать дополнительную тревожность среди населения. При этом он подчеркнул, что в случае реальной опасности для жителей система оповещения будет задействована незамедлительно. 📱Написать ком…
Читать целикомУфа принимает III Всероссийскую детскую Фольклориаду. В нашу столицу приехали более тысячи юных артистов со всей нашей большой страны. Рады приветствовать дорогих гостей, рәхим итегеҙ! Пусть эти дни запомнятся ребятам новыми знакомствами и яркими впечатлениями. Для Башкортостана, где в мире и согласии живут более ста народов, проводить масштабный фестиваль – это большая честь и ответственность. Благодарю за высокое доверие Президента и Министерство культуры нашей страны. Основная площадка детской Фольклориады – Советская площадь. В четверг и пятницу здесь будут большие концерты с участием молодых талантов и известных фольклорных коллективов. А еще сегодня в течение дня ждем уфимцев и гостей города в наших парках – «Первомайском», «Дёмском», «Волна» и парке имени Ивана Якутова, там тоже…
Читать целиком— Ағай, Айсыуаҡ ағай, ҙуууур рәхмәт һиңә, тип ҡабатлай ине. Әйтерһең дә был донъяла иң ҡәҙерле әйберен тапҡандай ҡыуанған ошо ун өс йәшлек малайға ҡарап күңелендә ниндәйҙер еңеллек тойҙо Айсыуаҡ. Бүлмәһенә, әйберҙәрен йыйырға ашыҡҡан Ислам артынан Айсыуаҡтың : "һеҙҙе әжәл айырған, фажиғәле үлем һине яҡындарыңдан айырған "-тип шыбырлауы оҙатып ҡалды... Берәм һәрәм лагерь ҡапҡаһы янына туҡтаған машиналарҙа килгән ата - әсәләр, яҡындары һәм туғандары ял итеүселәрҙе сүпләп таратып алып китә лә башланылар. Арҡаһына рюкзагын аҫҡан Ислам да сыҡты ҡайтырға. Тәҙрәләре тонировкалы джип эсенән төшкән күҙлекле етди олпат ир һәм йыуантаҡ аҡ сәсле ҡатын ҡолас йәйеп ҡаршы алды уны ҡапҡа янында. Артмағын машинаға һелтәп, малай йылп итеп Айсыуаҡҡа табан йүгерҙе. Ҡосағына ҡыҫып Ислам менән хушлашыуы …
Читать целикомАйсыуаҡ өсөн дә шау сер кеүек тойолдо Исламдың ата - әсәһенең ташлап китеүе. Смена алмашып ҡайтҡас сыҙаманы Айсыуаҡ, әсәһенән Илсеғолдан фәлән - фәлән фамилиялылар хәҙер ҡайҙа икән тип төптәште. Уныһы ҡапылғара хәл айышын аңламай һорауға - һорау яуҙырҙы. Аптырап барын һөйләне Айсыуаҡ. Класташы Ишмораттың өләсәһе Илсеғолдан булыуын ишетеп бер аҙ һөйөндө. Оло кеше белмәй буламы һуң?! Тик нисек һорашырға? Бар серҙе асып һалып булмай бит! Исламға ләм- мим тип һүҙ биргәйне лә бит... Ярҙамға Айсыуаҡ әсәһен күндерҙе. Юҡтан сәбәп табып, хәл белешкән булып һораш тип әсәһен ебәрҙе. Бер аҙҙан арыуыҡ, арыуыҡ ҡына ла түгел, тулы тарих тейәп тә ҡайтты әсәһе. …Менәүәрә менән Рамаҙандың ҡайҙа һәм ҡасан осрашып табышыуы сер. Тик уларҙың ҡауышыуына ҡыҙ яғы ҡырҡа ҡаршы булған икән. Шулай ҙа бар кәртәләрҙ…
Читать целикомИслам машина эсенән сығып бар тирә - йүнде теткеләп, һәр бер ерен иҫтә ҡалдырырға самалағандай ҡарап сыҡты. Аяғы аҫтынан эйелеп алған ҡоро сыбыҡты урыҡ-һурыҡ тубығына һуға- һуға атлаған малай, ағаһының машина янында тороп ҡалыуын да аңғармай тау итәгенән үргә атланы. Ирек бирҙе Айсыуаҡ Исламға. Илаһа илап алыр, бәлким үҙ алдына һөйләнер, тартынмаһын, ихлас бушанһын тип тороп ҡалыуҙы хуш күрҙе. Ысынлап та, Ислам күп тә бармай йөҙтүбән ергә ауҙы. Ҡолас йәйеп ерҙе ҡосаҡлаған ҡулдары матҡып үлән йомарлаған. Тик ул ҡулдар уларҙы йолҡмай, шулай тын ҡалған ине... Ер тауышын тыңлағандай, әле бер ,әле икенсе ҡолағын алмашлап ер күкрәгенә ҡуйған малай Айсыуаҡҡа сәйер ҙә кеүек тойолдо. Бер аҙҙан Ислам ҡалҡып баҫты. Кеҫәһенән текә генә телефонын сығарып тирә- йүнде төшөрҙө. Малайҙың аҙымдары зыя…
Читать целиком— Бала ғына булһам да, ағай, мин күпте күңелем менән һиҙәм, аҡҡа ҡара менән "усыновили "- тип яҙылған ине бит. Бары исемемде генә үҙгәртмәгәндәр. Миңә где то ике йәш тирәһендә фамилиям, отчеством яңыртылған. Ялсыҡаев Рамаҙан Рафаҡ улы минең ысын атайым, әсәйем Ялсыҡаева Менәүәрә Шәүҡәт ҡыҙы булған. Ун ике йыл мин бар районға билдәле кооператив директоры Сабуров Ринат Маратовичтың улы — Сабуров Ислам Ринатович булып йөрөйөм. — Ә һин әсәйеңдән берәй яйын табып һорап ҡарағаның булманымы? Шул -шул ҡағыҙҙы күргәйнем тип.. — Бер ынтылдым мин, тик әсәй нимәгәлер шундуҡ ҡыҙып - туҙып :"мин һинең әсәйең! Мин!"-тип яр һалды. Атай эштә ине. Башҡаса һорашманым... Һалҡын һауа тик ултырһаң ҡалтырата, эскәмйәләге икәү һүҙһеҙ бер - береһен аңлап, бер - бер артлы һуҡмаҡҡа төшөп, биләмә сиге буйлап а…
Читать целиком— Беләм, тыуғанмын шунда, олатай - өләсәм йәшәгән элек, атай - әсәйем йәшәгән, бәлким ҡәберҙәре лә шундалыр инде...- башын һәлендергән малайҙың тел төбөн тамам аңланы Айсыуаҡ. Тимәк Ислам да үкһеҙ етем, уллыҡҡа алынған...Үҙәген өҙөп әрнеү өттө Айсыуаҡтың. Ҡуйынына һыйынып ултырған малайҙың хәлен нисек еңеләйтергә, йыуатырлыҡ ниндәй һүҙ табырға белмәй баҙап ҡалды егет. Теле телгә йоҡмай тытылдап торған бытыйҙы ла телдән яҙҙырыр был етемлектең әсе хәсрәте. Ислам башлап тынлыҡты өҙҙө : — Илсеғолға яҡын тирәнән берәйһен осратһам бәлким тип уйлағайным. Бер кем юҡ. Был лагерға килеүем дә шуның өсөн генә ине, - малай ҡарашын күтәреп төн ҡараңғылығына текләне. — Ислам, беләһеңме нимә, мин бит Илсеғолға күрше генә ятҡан ауылдан. Исламды был хәбәр ҡыуандырҙы буғай, еңел генә Айсыуаҡтың ҡуйын…
Читать целикомКорпус ишеген һаҡ ҡына асып кемдер тупһанан төштө. Айсыуаҡ томанланған кеүек күҙен ышҡып, айырыуса иғтибар менән текләп яй ғына атлап барыусы яғына атланы. — Эй, һин ҡайҙа? — Эй -эй! Туҡта тием бит! — Айсыуаҡ Азатович, мин был - Ислам. Өсөнсө отрядтан. — Ислам? Ә ҡайҙа юл алдың әле, төнө менән? Лагерҙа икәнеңде оноттоңмо әллә? — Ағай, беләм лагерҙа икәнемде. Йоҡом килмәй, тынйыу һымаҡ. Тәҙрәнән тышты күҙәтеп ултырҙым төнө буйы былай ҙа. Мөмкинме һеҙҙең менән? — Ислам! Директор йә воспитка белеп ҡалһа баштан һыйпамаҫ бит! — Пажалуста Айсыуаҡ ағай? Мин шым! Көн яҡтырғас та йүгерәм урыныма, йәме? Айсыуаҡ бер аҙ малайға ҡарап йылмайып торҙо. Нимә тиергә? Ысынлап та "үрҙәгеләр " белеп ҡалһа ҙур ғауға, оло һүҙ итәсәктәр бит инде. Малай ҙа йәл, ысынлап та йоҡоһо юҡтыр шул. Арытып…
Читать целиком