🔥 "УРАЛ БАТЫР" эпосы көнө менән, ватандаштар! — 8 июня 2026 г. в 04:54:26.580
🔥 "УРАЛ БАТЫР" эпосы көнө менән, ватандаштар! 📝Республика Башлығы Радий Хәбировтың «Урал батыр» эпосы көнөн булдырыу тураһындағы ҡарары әҙәби әҫәрҙе башҡорт халҡының мәҙәни мираҫы һәм рухи терәге итеп таныу нигеҙендә ҡабул ителгән. Ул быйыл икенсе тапҡыр байрам ителә. 💥"Урал батыр" эпосы- башҡорт халҡының бөйөк ҡомартҡыһы, быуындан - быуынға тапшырылып килгән рухи хазина. Эпоста халҡыбыҙ тарихы, мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәре, изгелек һәм яуызлыҡ, яҡшы менән яман, үлем һәм үлемһеҙлек кеүек мәңгелек төшөнсәләр үҙенсәлекле сағылдырыла. 💥1910 йылда Мөхәмәтша Буранғолов "Урал батыр" эпосын Баймаҡ районы Иҙрис һәм Бәләкәй Этҡол ауылдарында йәшәгән сәсәндәр Ғәбит Арғынбаев менән Хәмит Әлмөхәмәтовтан яҙып ала. 🌺«Урал батыр» – беҙҙең халҡыбыҙҙың асылы һәм йөрәге. ☘️Эпостағы тыуған ерҙе һөйөү, намыҫлы булыу һәм халыҡ бәхете өсөн көрәшеү идеяһы бөгөн дә бик актуль. ☀️Донъя мәҙәниәте фондына ингән ҡиммәтле мираҫыбыҙҙы өйрәнәйек, һаҡлайыҡ, яҡлайыҡ!

