👍Крыжовниктан "мохито" — 11 июля 2026 г. в 13:58:27.902
👍Крыжовниктан "мохито" Баҡсаларҙа еләк-емеш өлгөрә. Крыжовниктан "мохито" компоты яһайыҡ, әхирәттәр! Кәрәк буласаҡ: ✅Крыжовник (0.5 л банка) ✅Шәкәр – 1 стакан ✅Лимон – 2 киҫәк. Лайм йә лимон кислотаһы ла ярай. ✅Бөтнөк (мята) – 3-5 япраҡ; Яҡшылап йыуылған крыжовникты өс литрлы банкаға һалабыҙ. Бөтнөк, лимон өҫтәйбеҙ. Лимонды лайм йә бер сәй ҡалағы лимон кислотаһы менән дә алыштыра алаһығыҙ. Өҫтөнә ҡайнап сыҡҡан һыу ҡойоп, 15-20 минутҡа ҡуйып торабыҙ. Һуңынан, һыуын кәстрүлгә бушатып, ҡайнатабыҙ. Банкаға бер стакан шәкәр һалабыҙ. Һыу ҡайнап сыҡҡас, өҫтөнә ҡойоп ҡапҡас ябабыҙ һәм ике тәүлеккә юрғанға төрөп ултыртабыҙ.

