️Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйес...
️Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе вазифаһына тәҡдим ителде. Был турала бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров иғлан итте. – Андрей Назаров Премьер-министр булып ете йыл эшләне. Дөйөм эшмәкәрлекте тикшереп сыҡтыҡ, бик көсөргәнешле, ауыр йылдар булды. Иңгә-иң терәшеп иң мөһим мәсьәләләрҙе хәл иттек. Арығанын, һөнәри яҡтан яныуын да аңлайым. Ул артабан китергә теләй. Шуға күрә бөгөн ул был вазифаны ҡалдыра. Минең өсөн был юғалтыу булһа ла, ризалаштым. Мин уны Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе итеп тәҡдим итәм. Яҡын арала был һорау ҡараласаҡ, – тине Радий Хәбиров. Республика башлығы Андрей Назаровты «Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены менән бүләкләне.