Шиғырҙар
КаналСтоимость размещения
Владелец ещё не принимает рекламу на этой площадке, купить её здесь нельзя.
Посмотреть площадки, которые принимают рекламу →Публикации канала
Лента каналаБәхет бөркөй Баймырҙина Римма Өйөрөлөп төшә ҡар бөртөгө Ҡыш һалҡыны тынын бөркөнө. Ҡыҙыл - ялҡын, алтын япраҡтары Мөғжизәләр тулы бер көнө. Көҙ менән ҡыш бөгөн ҡауышҡанда Туй үткәрә кеүек ҡыҙҙырып. Тәбиғәтен матур төҫкә биҙәп Ҡыш егете йөрөй һыҙғырып. Нескә билле һылыу аҡ ҡайындар Селтәр мамыҡ шәлгә төрөнгән. Күпте күргән йөҙ йәшәр имәндәр Сафҡа баҫҡан кеүек теҙелгән. Ҡыш егетенең дә бүләге мул Көмөш тәңкә һипкән һәр ергә. Йәй биҙәген ҡушып көҙһылыу ҙа Серле келәм сиккән бирнәгә. Яландарға сығып хис тағаттым Аҡ бәхетен бөрктө мөхәббәт. Күңелемә тынмаҫ рух өҫтәүсе Рәхмәт һиңә, хозур тәбиғәт.
6Хәтирә һандығы Баймырҙина Римма Асып һалып хәтирәләр һандығын Барлап сыҡтым ғүмер хазинаһын. Байлыҡ та юҡ шикелле, иҫ китәрлек Ниҙер эҙләп һаман, ҡаҙынамын. Ниҙәр генә юҡ: һандығым эсендә Шатлығым: мөлдәрәмә өйөлгән. Шау сәскәле, йәмле лә йәйҙәремдә Сафлығым: аҡ бәхеткә төрөлгән. Булған: күҙ йәше менән һуғарылған Ай йондоҙһоҙ ҡараңғы төндәр ҙә. Яҙғы ташҡындай ярҙарына һыймай Урғылып та аҡҡан ярһыу мәлдәр ҙә. Алып аттым, хәтирә һандығынан Әсе әремдәй - ағыу еҫлеһен. Бары иҫтәлеккә тиеп ҡалдырҙым Һырлап биҙәлгән, сағыу төҫлөһөн. Рух байлығы булды минең юлдашым Иҫ китмәне һис, мәтди байлыҡҡа. Ҡәнәғәтмен, рәхмәтлемен яҙмышҡа Шөкөр ҡылам бөгөнгө көн барлыҡҡа Биргән өсөн Хаҡ Тәғәләм һаулыҡҡа.
20Утлы балан Баймырҙина Римма Үҫә баҡса мөйөшөндә Ҡыҙыл тәлгәшле балан. Серле балан емешенән Йәнемә дауа алам. Тәүге ҡырау наҙлап үпкәс Баллана емештәре. Янып торған утлы балан Баулана тәлгәштәре. Мөхәббәт, һөйөү емеше Хас та кеше йөрәге. Мең төрлө дауаға эйә Балан төше, һөйәге. "Әсе" тиҙәр, "әсе" тиҙәр Яңғыҙҙар берләшәкәндә. Тик сабырҙар ғына түҙәр Ауыҙҙар бөрөшкәндә. Саф һөйөүҙең емештәре Балан тылсымлы ағас. Түгелмәһен күҙ йәштәре. Ике йөрәк ҡушылғас.
19Тормош бит ул Баймырҙина Римма Тормош бит ул: ҡара урман Кемдер кереп юғала. Тапалған һуҡмаҡтан бармай Тик үҙенсә юл һала. Урман тулы йыртҡыс - йәнлек Аслы - туҡлы бүреһе. Кемдер көслө, кемдер үсле Кемдә һарыҡ тиреһе. Кем урманға хужа бөгөн? Әллә хәйләкәр төлкө? Ойоп ятҡан айыуханмы? Иҫ китерлек бит, көлкө. Сетерекле һорауҙарға Ҡайҙан яуап табаһы? Килмәй әле йыртҡыстарға Емлек булып ҡалаһы. Тирә - яҡҡа күҙең һалсы. Яуыз тоҙағын ҡорған. Абайламай кемдер баҫып Ни сәбәптән ул: ҡорбан? Ҡанһыраған, ҡанға батҡан Эҙен һалған аҡ ҡарға. Ысҡыналмай тартҡылаша Килеп ҡапҡас ҡапҡанға. Урман йыртҡыс йәнлектәре Ҡоторған бөгөн яман. Боғаҙға - боғаҙ йәбешеү Туҡталырмы, бер заман? Урман хужаһын уятып Яуапҡа тарттырһалар. Ҡойроҡ болғаған ҡуштанды Бер һүҙһеҙ аттырһалар. Керер ине бәлки аҡыл Баш хужа,…
Читать целиком18Киләм һиңә Баймырҙина Римма Киләм һиңә, ҡар бурандар аша Күҙ күрмәҫлек алыҫ - алыҫтан. Хыялымды алып ҡосағыма Сараһыҙҙан, түҙмәй һағыштан. Киләм һиңә, аҡ томандар аша Барлыҡ үпкәләрем онотоп. Шаулы йәшлек, тәүге мөхәббәтем Алыҫ үткәндәрем юҡһынып. Киләм һиңә, борма юлдар аша "Осрашырбыҙ" тиеп ашҡынып. Хискәйҙәрем урғыу, әйтерһеңдә Наҙлы яҙҙың ярһыу ташҡыны. Киләм һиңә, алтын көҙҙәремдә Хыялымда ҡалған йәшлеккә. Маңлайҙағы тәрән һырҙарымды, Сал сәстәрем күреп йәш түкмә.
21Үткәндәргә ҡайтарта Баймырҙина Римма «Ҡартлыҡ-шатлыҡ түгел» тиһәләрҙә, Ҡартлыҡтың да бар бит шатлығы. Ғүмереңдең алтын көҙөндә лә Балҡып торһа ҡояш яҡтыһы, Һүрелмәһә өмөт сатҡыһы. Сәләмәтлек мөһим иң беренсе Үҙ күҙҙәрең менән күреүең. Яҡты зиһен менән, иҫән саҡта Аяғыңда йүг(е)реп йөрөүең, Балаларың наҙлап һөйөүең. Артҡан һайын аҡыл ҡаҙналары Ғүмер ҡәҙерҙәрен беләбеҙ. Артылғанда ғүмер үрҙәренә, Йылдар үткәс баһа бирәбеҙ Хыялдарҙан өмөт үрәбеҙ. Ҡабатланмаҫ сағыу миҙгелдәре, Күңел сөңгөлдәрен яҡтырта. Баҙлата ла йөрәк кисерешен Хәтирәләр ебен тағата Үткәндәргә кире ҡайтарта.
50
Подписчики
139
Публикации
224
Обновление
4 октября 2026 г.
Первая публикация
6 августа 2026 г.
Активность канала
За 7 дней
22
публикаций
За 30 дней
44
публикаций
Просмотров за 90 дней
10 861
Ср. просмотров на пост
88