Тормош бит ул — 3 октября 2026 г. в 03:52:55.328
Тормош бит ул Баймырҙина Римма Тормош бит ул: ҡара урман Кемдер кереп юғала. Тапалған һуҡмаҡтан бармай Тик үҙенсә юл һала. Урман тулы йыртҡыс - йәнлек Аслы - туҡлы бүреһе. Кемдер көслө, кемдер үсле Кемдә һарыҡ тиреһе. Кем урманға хужа бөгөн? Әллә хәйләкәр төлкө? Ойоп ятҡан айыуханмы? Иҫ китерлек бит, көлкө. Сетерекле һорауҙарға Ҡайҙан яуап табаһы? Килмәй әле йыртҡыстарға Емлек булып ҡалаһы. Тирә - яҡҡа күҙең һалсы. Яуыз тоҙағын ҡорған. Абайламай кемдер баҫып Ни сәбәптән ул: ҡорбан? Ҡанһыраған, ҡанға батҡан Эҙен һалған аҡ ҡарға. Ысҡыналмай тартҡылаша Килеп ҡапҡас ҡапҡанға. Урман йыртҡыс йәнлектәре Ҡоторған бөгөн яман. Боғаҙға - боғаҙ йәбешеү Туҡталырмы, бер заман? Урман хужаһын уятып Яуапҡа тарттырһалар. Ҡойроҡ болғаған ҡуштанды Бер һүҙһеҙ аттырһалар. Керер ине бәлки аҡыл Баш хужа, түрәләргә. Һарыҡ тиреһе ябынып Йөрөгән бүреләргә. Һәр кемдең дә үҙ тиреһе Үҙ тәненә ҡәҙерле. Йыртҡыс булып йәшәмәйек Ошо бәғзе ғүмерҙе. Ҡуйы урман олғаштыра Шәфәҡ, офоҡ араһын Аҙашмайса сыҡһаҡ ине Ошо тормош яланын.