Рәхмәт һеҙгә әтей, әней — 7 августа 2026 г. в 03:02:53.028
Рәхмәт һеҙгә әтей, әней Баймырҙина Римма Әтей, әней һеҙҙе онотмайым Сыҡмайһығыҙ һис тә уйымдан. Ҡурсалайҙыр һеҙҙең фатихалар Тайпылдырмай ситкә юлымдан. Онотмайым һеҙҙе ғәзиздәрем Һәр йомала ҡылам доғалар. Йәнем менән тойоп йылығыҙҙы Йәшәйем мин яҡты донъяла. "Үсле булма ҡыҙым, көслө бул" тип Әтей, әней мине өйрәтте. Ошо һүҙҙәр көс - ҡеүәттәр өҫтәп Яҙмыш йөгөн алға һөйрәтте. Ай йондоҙһоҙ ҡара төндәремдә Маяҡ булып төштө яҡтығыҙ. Аҙашҡанда донъя ҡулсаһында Ҡалҡан булып ерҙән ҡалҡтығыҙ.
186 просмотров