Бәхет бөркөй — 4 октября 2026 г. в 03:40:34.404
Бәхет бөркөй Баймырҙина Римма Өйөрөлөп төшә ҡар бөртөгө Ҡыш һалҡыны тынын бөркөнө. Ҡыҙыл - ялҡын, алтын япраҡтары Мөғжизәләр тулы бер көнө. Көҙ менән ҡыш бөгөн ҡауышҡанда Туй үткәрә кеүек ҡыҙҙырып. Тәбиғәтен матур төҫкә биҙәп Ҡыш егете йөрөй һыҙғырып. Нескә билле һылыу аҡ ҡайындар Селтәр мамыҡ шәлгә төрөнгән. Күпте күргән йөҙ йәшәр имәндәр Сафҡа баҫҡан кеүек теҙелгән. Ҡыш егетенең дә бүләге мул Көмөш тәңкә һипкән һәр ергә. Йәй биҙәген ҡушып көҙһылыу ҙа Серле келәм сиккән бирнәгә. Яландарға сығып хис тағаттым Аҡ бәхетен бөрктө мөхәббәт. Күңелемә тынмаҫ рух өҫтәүсе Рәхмәт һиңә, хозур тәбиғәт.