Киләм һиңә — 3 октября 2026 г. в 03:47:51.032
Киләм һиңә Баймырҙина Римма Киләм һиңә, ҡар бурандар аша Күҙ күрмәҫлек алыҫ - алыҫтан. Хыялымды алып ҡосағыма Сараһыҙҙан, түҙмәй һағыштан. Киләм һиңә, аҡ томандар аша Барлыҡ үпкәләрем онотоп. Шаулы йәшлек, тәүге мөхәббәтем Алыҫ үткәндәрем юҡһынып. Киләм һиңә, борма юлдар аша "Осрашырбыҙ" тиеп ашҡынып. Хискәйҙәрем урғыу, әйтерһеңдә Наҙлы яҙҙың ярһыу ташҡыны. Киләм һиңә, алтын көҙҙәремдә Хыялымда ҡалған йәшлеккә. Маңлайҙағы тәрән һырҙарымды, Сал сәстәрем күреп йәш түкмә.
24 просмотров