Әсәйемдең сәйҙәре — 6 августа 2026 г. в 07:22:11.214
Әсәйемдең сәйҙәре Баймырҙина Римма Бала саҡта аунап урындыҡта Сәй эскәнде иҫкә төшөрәм. Түр башында еҙ самауыр йырлай Әсәй тәмле сәйен бешерә. Мейестән сыҡҡан икмәк тәмдәренең Еҫкәйҙәре өйгә тарала. Өр - яңынан, алыҫтарҙа ҡалған Хәтирәләр йәндә ярала. Ҡайтып булһа икән үткәндәргә Артҡа бороп сәғәт телдәрен. Бер вайымһыҙ бала саҡтарымдың Һағынамын тәмле мәлдәрен. Күптән бөттө инде урындыҡтар Самауырҙар түрҙә йырламай. Иҫән саҡта ғәзиз йәндәребеҙ Ҡайтып йөр(ө)һәк ине һуңламай
202 просмотров