Хәтирә һандығы — 3 октября 2026 г. в 09:48:05.271
Хәтирә һандығы Баймырҙина Римма Асып һалып хәтирәләр һандығын Барлап сыҡтым ғүмер хазинаһын. Байлыҡ та юҡ шикелле, иҫ китәрлек Ниҙер эҙләп һаман, ҡаҙынамын. Ниҙәр генә юҡ: һандығым эсендә Шатлығым: мөлдәрәмә өйөлгән. Шау сәскәле, йәмле лә йәйҙәремдә Сафлығым: аҡ бәхеткә төрөлгән. Булған: күҙ йәше менән һуғарылған Ай йондоҙһоҙ ҡараңғы төндәр ҙә. Яҙғы ташҡындай ярҙарына һыймай Урғылып та аҡҡан ярһыу мәлдәр ҙә. Алып аттым, хәтирә һандығынан Әсе әремдәй - ағыу еҫлеһен. Бары иҫтәлеккә тиеп ҡалдырҙым Һырлап биҙәлгән, сағыу төҫлөһөн. Рух байлығы булды минең юлдашым Иҫ китмәне һис, мәтди байлыҡҡа. Ҡәнәғәтмен, рәхмәтлемен яҙмышҡа Шөкөр ҡылам бөгөнгө көн барлыҡҡа Биргән өсөн Хаҡ Тәғәләм һаулыҡҡа.