Үткәндәргә ҡайтарта — 2 октября 2026 г. в 09:09:31.739
Үткәндәргә ҡайтарта Баймырҙина Римма «Ҡартлыҡ-шатлыҡ түгел» тиһәләрҙә, Ҡартлыҡтың да бар бит шатлығы. Ғүмереңдең алтын көҙөндә лә Балҡып торһа ҡояш яҡтыһы, Һүрелмәһә өмөт сатҡыһы. Сәләмәтлек мөһим иң беренсе Үҙ күҙҙәрең менән күреүең. Яҡты зиһен менән, иҫән саҡта Аяғыңда йүг(е)реп йөрөүең, Балаларың наҙлап һөйөүең. Артҡан һайын аҡыл ҡаҙналары Ғүмер ҡәҙерҙәрен беләбеҙ. Артылғанда ғүмер үрҙәренә, Йылдар үткәс баһа бирәбеҙ Хыялдарҙан өмөт үрәбеҙ. Ҡабатланмаҫ сағыу миҙгелдәре, Күңел сөңгөлдәрен яҡтырта. Баҙлата ла йөрәк кисерешен Хәтирәләр ебен тағата Үткәндәргә кире ҡайтарта.