Намаҙҙың ҡазаһы
Намаҙҙың ҡазаһы 1. Биш ваҡыт намаҙҙың һәр береһен үҙ ваҡытында ҡылыу фарыздыр. Ғөҙөрһөҙ, ваҡытында уҡымай ҡалдырыу һис дөрөҫ булмаҫ. 2. Әгәр ҙә бер намаҙ үҙ ваҡытында уҡылмай ҡалһа, уны икенсе ваҡытта ҡаза ҡылыу, ваҡыты сыҡҡандан һуң үтәп ҡуйыу фарыз булыр. 3. Иртәнге намаҙ ҡояш сыҡҡансы уҡылмай ҡалып, өйлә ваҡыты еткәнсе ҡаза ҡылынһа, сөннәте лә, фарызы ла ҡаза ҡылыныр. Әгәр өйлә ваҡыты еткәс ҡаза ҡылынһа, фарызы ғына ҡаза ҡылыныр. 4. Башҡа намаҙҙарҙың фарыздары ғына ҡаза ҡылыналыр. Сөннәттәре һис ҡаза ҡылынмаҫтар. 5. Ваҡытында уҡылмай ҡалһа, йәстү намаҙы менән бергә витр намаҙы ла ҡаза ҡылыныр. 6. Йома намаҙын уҡый алмаған кеше, ул көндө өйлә уҡыр. 7. Ғәйет үә тәрауих намаҙҙары үҙ ваҡытында уҡылмай ҡалһалар, һуңынан ҡаза ҡылынмай. 8. Әгәр намаҙ йәмәғәт менән ҡаза ҡылынһа, ҡысҡырып уҡый торған рәҡәғәттәрҙә имамға ҡыйра әтте ҡысҡырып уҡыу үәжиб булыр. Әгәр ҙә яңғыҙ ҡаза ҡылынһа, һәр рәҡәғәттә ҡыйра әтте эстән уҡыу үәжиб булыр. 9. Әгәр үҙ ғүмерендә алты намаҙы ҡазаға ҡалған булһа, ул кешенең ихтыярында: теләһә ҡаза намаҙын тәүҙә уҡыр, теләһә ваҡыты кергән намаҙын тәүҙә уҡыр. 10. Намаҙҙы ҡаза ҡылыр алдынан аҙан үә ҡамәт уҡыу сөннәттер. Ләкин өс намаҙҙы бер ваҡытта ҡазалаһа, барыһына бер аҙан ярай. Әммә һәр береһе өсөн берәр ҡамәт кәрәк булыр. 11. Ҡаза ҡылынасаҡ «Ниәт ҡылдым фәлән көндә, фәлән ваҡытта уҡылмай ҡалған фәләң намаҙымдың ике рәкәғәт фарызын үтәмәккә, халисан лилләһи Тәғәлә. Аллаһу әкбәр». 12. Үҙ ғүмерендә бик күп намаҙҙары ҡазаға ҡалған кеше, ҡартайғас шуларҙы ҡаза ҡылмаҡсы булһа, ошолай ниәтләр: «Ниәт ҡылдым ваҡытында уҡылмай ҡалған иртәнге намаҙҙарымдың иң һуңғыһына ҡаза ҡылмаҡҡа, халисан лилләһи Тәғәлә. Аллаһу әкбәр». Башҡа намаҙҙарға ла шул рәүешле.