Ярты ғына хөрмәне булһа ла саҙаҡа итеп биреп, үҙегеҙҙе уттан һаҡлағыҙ".
Ярты ғына хөрмәне булһа ла саҙаҡа итеп биреп, үҙегеҙҙе уттан һаҡлағыҙ". ✅ Һәр изгелек саҙаҡаға тиң булғанлыҡтан, Мөхәммәт, ғәләйһис-сәләм, кешеләрҙе гел изгелек ҡылырға, үҙе йәшәгән йәмғиәткә һәр төрлө файҙа килтерергә саҡыра, үҙенең өгөт-нәсихәттәрендә мосолман кешеһенә көсөнән килгәнсә изгелек ҡылырға ҡуша. ✅ "Берәү хәләл юл менән табылған бер генә хөрмә хаҡы торған саҙаҡа бирһә лә, Аллаһ уны Үҙенең уң ҡулы менән алыр. Унан һуң уны, һеҙ тай үҫтергән кеүек, саҙаҡа биреүсе өсөн тау бейеклегенә еткәнсе үҫтерә башлар". ✅Ысын мосолман, үҙенең фәҡирлегенә һәм биргән саҙаҡаһының әҙлегенә ҡарамайынса, йомартлыҡ күрһәтә, сөнки Исламда кешенең үҙенән фәҡирерәктәрҙең хәленә керә алыуы һәм башҡаларҙың ҡайғыһын аңлай алыуы мөһим. Шуға күрә Рәсүлебеҙ, ғаләйһис-сәләм, үҙенең был хәҙисе менән фәҡирҙәрҙе лә көстәренән килгәнсә, әҙ генә булһа ла, үҙҙәренең малдарын сарыф итергә саҡыра.