Йомартлыҡ - мосолмандың иң яҡшы сифаттарынан береһе
Йомартлыҡ - мосолмандың иң яҡшы сифаттарынан береһе “Һәр иртә менән, кешеләр йоҡонан торғанда, күктән ике фәрештә иңеп, уларҙың береһе: «Йә, Аллаһ! Биреүсегә арттырып бир!», ә икенсеһе: «Йә, Аллаһ! Һаранды бөлгөнлөккә төшөр!» – тип ялбарыр". ✅ Үҙ диненең өгөт-нәсихәттәрен тотоусы мосолман киң күңелле һәм йомарт була. Ул гел йомартлыҡ менән эш итә, сөнки ул үҙ малынан Аллаһ юлына өлөш сығарғанда, уның ике донъяла ла ҙур файҙа килтерәсәген белә. ✅"Саҙаҡа биреү малды кәметмәй". Аллаһ ризалығы өсөн тотонолған сығымдар мосолмандарҙың ижтимағи тормошона ҙур файҙа килтерә. ✅Йомартлыҡ мосолмандың иң яҡшы сифаттарынан береһе булып һанала. Тап бына шуға күрә бер сәхәбәнең: «Исламда иң яҡшы сифат ниндәй?» – тигән һорауына Пәйғәмбәребеҙ: « Кешеләрҙе һыйла һәм таныштарыңа ла, таныш түгелдәргә лә сәләм бир»,– тип яуап биргән. "Һинең өсөн балаларыңды байлыҡта ҡалдырыу уларҙы кешенән һоранып йөрөүгә ҡарағанда яҡшыраҡ булыр; ни генә сарыф итһәң дә, хатта ҡатыныңа ҡаптырған бер генә киҫәк ризыҡ өсөн дә һиңә әжер-сауап биреләсәк".