Пәйғәмбәребеҙ с.ғ.ауырыуҙар хаҡында
Пәйғәмбәребеҙ с.ғ.ауырыуҙар хаҡында Пәйғәмбәребеҙ әйткән: ”Эй, Аллаһ ҡолдары! Ауырыуҙарығыҙҙы дауалағыҙ, Аллаһы Тәғәлә һәр ауырыуҙы дарыуы менән бергә бар итте, бары тик ҡартлыҡҡа ғына дауа юҡ’’, — тигән. - Дауалау Аллаһы Тәғәләнең тәҡдирен үҙгәртәме әллә?- тиҙәр сәхәбәләр. - Дауаланыу, сихәт табыу — үҙе үк Аллаһы Тәғәләнең тәҡдире, — ти пәйғәмбәр саллаллаһу ғәләйһиссәләм. Әле теге заманда уҡ пәйғәмбәребеҙ өйрәткән: «Биш нәмә килмәҫтән элек биш нәмәңде - байлыҡ, бәхет, уңыш тип бел, тигән. Улар — үлемеңдән алда — йәшәүеңде; ауырып киткәнсе — сәләмәт сағыңды, эштән башың сыҡмаҫтан алда — буш ваҡыттарыңды, ҡартлыҡ килерҙән алда — йәшлегеңде, фәҡирлеккә төшөү ихтималынан алда — барлы ваҡыттарыңдың ҡәҙерен белеү”. ”Раббыңдан, — тигән пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, тән сәләмәтлеге менән күңел сәләмәтлеген Һорап ҡына тор”. Ауырыуҙарҙы дауалау табиптар һәм дарыуҙар менән генә сикләнмәй, ауырыу кешенең иң элек рухын дауаларға кәрәк. Кешенең рухын, йәнен, тимәк, бөтә -булмышын паклап ҡына тороу юлдарының иң камилы тәрбиә һәм тәрбиәсенең дә тәрбиәле булыуы. Тәрбиәнең иң оло дәреслеге — Ҡөрьән. ” Ҡөрьән аяттарын уҡы һәм уҡығанды ҡабатлап ҡына тор, — тип өйрәтә ул, — намаҙ уҡы. Кешене ул донъя керенән, аҙғынлыҡтан тыя. Аллаһты зекер итеп кенә, тороуҙың файҙаһы бик ҙур. Һеҙҙең нимә эшләп йөрөгәндәрҙе ул күреп кенә тора». Ғәнҡәбүт”, «Үрмәксе” сүрәһе, 45-нсе аят. Күңелдең пак, малдың, кейемдең, ризыҡтың хәләл, эштәрҙең игелекле булыуын һөйә дин. Сәфәрҙәрҙә йөрөгәндә лә пакланьп ҡына торорға бойора. Ауырыуҙар эргәһенә барған ваҡыттарында пәйғәмбәр, ғәләйһис-сәләм, уның күкрәгенә йә булмаһа маңлайына ҡулын ҡуйып, Аллаһтан ауырыуҙың хәлен еңеләйтергә ярҙам итеүен үтенеп доға ҡыла торған була. «Бөтәһе лә яҡшы. Аллаһ теләге менән һин дә һауығыу табырһың”, -тип йыуата. хәҙис шәриф.