Был донъяның бар йәмдәрен тойоп — 24 июня 2026 г. в 05:16:54.396
Был донъяның бар йәмдәрен тойоп Йәшәй белеү – үҙе матурлыҡ; Ил-көнөндә аҙмы моң-ауаз бар Йырҙар юлдарына ятырлыҡ. Киңлектәре ерҙең иҫ китерлек, Һауалары һулап туйғыһыҙ. Алда күпме ғүмер булғанда ла, Һүнмәҫтер ул йәшәү тойғоһо! Сылтыр-сылтыр шишмә йыр башланы, Ағастарҙа бөрө тулышҡан. Донъя ҡапыл шаңдап китер һымаҡ “Әс-сәй!” тигән тәүге тауышҡа. Был донъяла бөтәһе лә матур, Ҡабатланмаҫ иртә, кистәре; Кешеләрҙе ҡалай матур итә Матурлыҡты тойоу хистәре. Был донъяның бар йәмдәрен тойоп Йәшәй белеү – үҙе матурлыҡ; Китеп барһаң теге донъяларға, Әмәлдәр юҡ кире ҡайтырлыҡ... Йәшәй белеү – шиңмәҫ матурлыҡ! Сафуан ӘЛИБАЕВ

