Шиғри артылыштар - мәҙәниәт донъяһында матур йола. Тау, түбә, үргә күтәрелеп, билдәле б... — 23 июня 2026 г. в 11:19:01.985
Шиғри артылыштар - мәҙәниәт донъяһында матур йола. Тау, түбә, үргә күтәрелеп, билдәле бер шағирҙың әҫәрҙәрен яңғыратыу бигерәк тә тау халыҡтарында киң таралған. "Ашҡаҙар" радиоһы хеҙмәткәрҙәре Айғыр түбәһенә күтәрелеүҙе "Тамара Ғәниеваның шиғри артылышы"тип атарға һәм халыҡ шағирының тыуған көнөнә бағышларға булған. Радио хеҙмәткәрҙәре Тамара Әхмәшәриф ҡыҙының күптән түгел донъя күргән «Тел асҡысы» китабын үҙҙәре менән алып, сәфәрҙә йөрөп ҡайтҡан.

