Бөгөн атаҡлы Мостай Кәримдең ҡыҙы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙ... — 23 июня 2026 г. в 04:47:57.544
Бөгөн атаҡлы Мостай Кәримдең ҡыҙы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Мостай Кәрим исемендәге фонд етәксеһе Әлфиә Кәримоваға - 75 йәш. Ҡәҙерле замандашыбыҙҙы ихлас ҡотлап, уның тураһындағы мәҡәләмдән бер нисә фекер тәҡдим итәм Мөнир ҠУНАФИН Сатнамаған ҡояш ҡалдырам Әлфиә апай менән осрашыуға мин бер тулҡынланыу менән барҙым. Шағир исемендәге фонд офисында осрашырға тип килешкәйнек. Ул тап Мостайҙың һәйкәле ҡаршыһындағы йортта булып сыҡты. Офиста һалҡынса, ләкин яҡты, ныҡ яҡты. Әлфиә Мостаевна һеҙҙе көтә, тинеләр. Ишеге шар асыҡ бүлмәгә инәм һәм... бала саҡтан күңелде иретер Мостай йылмайыуы ҡаршы ала. Улаҡ-улаҡ булып нур бөркөлә. Бына ҡайҙа ул яҡтылыҡ, бына ҡайҙа ул йылылыҡ. "Йылмайыуҙан көслө әмер юҡ, ул әмерҙә янау, йәбер юҡ". Үҙем дә һиҙмәҫтән: – Һеҙ Мостай Кәримгә оҡшағанһығыҙ! – тинем. "Атайығыҙға" тип әйтер урынға... – Шулай тиҙәр, ҡыҙы бит, – сабыр ғына йылмайыу тағы ла бүлмәне нурлап ебәрҙе. – Бигерәк эҫе, сәй эсәһегеҙме, һыумы? – Сәй! – тим. Донъя, шөкөр, бөтөнләй бөтөнгә әйләнә былай булғас. "Ер һәм ҡояш, ут йәнә һыу булғас үҙебеҙ хәстәрләрбеҙ бүтәнен" тип иркенләп ултырып алам. – Атайығыҙ ҡулынан сәй эскән булды беҙҙең, – тим Әлфиә апайға. – Булғандыр. Беҙҙән бит кеше өҙөлмәне тиерлек, – шулай ҙа һорап ҡуйҙы. – Ҡасан? – Шағирҙың 80 йәшенә материал әҙерләргә тип һеҙҙең фатирға барғайныҡ, шунда. Һеҙ әсәйегеҙ янында, дауаханала инегеҙ. https://vk.ru/wall-160399505_78691

