Журналыбыҙҙың яҡын дуҫтары, милләтебеҙҙең аҫыл заттары Миңзәлә һәм Ҡадурий Фазлетдиновт... — 9 июля 2026 г. в 07:17:18.040
Журналыбыҙҙың яҡын дуҫтары, милләтебеҙҙең аҫыл заттары Миңзәлә һәм Ҡадурий Фазлетдиновтар бына ун йылдан ашыу инде “Ағиҙел” журналын таратыуҙа баһалап бөткөһөҙ ярҙам күрһәтә. Фазлетдиновтар быйыл 80 йәшлек юбилейҙарын билдәләй. Оло рәхмәт һеҙгә, юбилейығыҙ мөбәрәк, донъяғыҙ түңәрәк булһын, Ҡадурий Әбдрәхим улы, Миңзәлә Вәлиулла ҡыҙы! Әгәр ҙә икегеҙҙең ғүмерегеҙҙе бергә ҡушһаҡ, илебеҙгә, халҡыбыҙға арналған 160 йыллыҡ һөҙөмтәле ғүмер, Урал тауҙарындай уңыш дәүмәле хасил булыр ине. Дауамы сайтта: https://vk.cc/cZqGF6

