“Әгәр интернет булмаһа, тормошом элеккесә шым, тыныс ҡына барыр ине, моғайын. Шиғырҙары... — 8 июля 2026 г. в 16:21:31.610
“Әгәр интернет булмаһа, тормошом элеккесә шым, тыныс ҡына барыр ине, моғайын. Шиғырҙарымды ла бер кем дә белмәҫ, ғөмүмән, Фирүзә Аб- дуллина тигән шағирә булмаҫ ине. Ошо интернет мине күпме шәп кешеләр менән таныштырҙы. Берәүҙәре менән ихлас ҡатнашам, һөйләшеп һүҙҙәребеҙ бөтмәй. Икенселәрен ситтән генә күҙәтеп өлгө алам, һоҡланам. Өсөнсөләре өсөн борсолам, шатлыҡтарына шатланам, ҡайғыларына көйөнәм”, – ти шағирә йыш ҡына осрашыуҙарҙа, әңгәмәләрҙә. Бәлки... Эйе, “интернет шиғриәте” тигән күренеш бар, уны хәҙер бер нисек тә инҡар итеп булмай. Тиҫтәләрсә йыл эсендә уның үҙенең стиле, жанрҙары формалашты, хатта үҙенең уҡыусылары ла барлыҡҡа килде. Әйтергә кәрәк: “баҫма китап шиғриәте”нән ул шаҡтай айырыла ла. Әҫәреңдең уҡыусыға шунда уҡ барып етеү мөмкинлеге үҙе үк өндәшеү, күҙмә-күҙ аралашып ултырғандағы кеүек темаларҙы һәм образдарҙы, ҡыҫҡалыҡ, тапҡырлыҡ алымдарын алғы планға сығарҙы. Дауамы сайтта: https://agideljurn.ru/news/god-edinstva/2026-01-15/y-sh-y-men-belg-nd-rg-gen-r-ya-y-k-n-b-het-l-sh-4742755

