Милли идея булырлыҡ... — 7 июля 2026 г. в 05:26:21.016
Милли идея булырлыҡ... "Был турала яҙғаным булды. Студент саҡта каникулға ҡайтып, диванда китап уҡып ятам. Ҡустыларым ихатала ике ҡул бысҡыһы менән утын быса. Бер ҡустым өйгә килеп инеп, сүмес менән бактан һыу алып ғоңҡолдатып эсте лә, миңә ишаралап, әсәйебеҙгә: "Мының шулай китап уҡып ятамы, әсәй?" – тип өндәште. Әсәйем: "Ятһын, уҡыһын, уның баш эше, шәп булғасың, һин дә институтҡа ин..." – тип мине яҡланы. ...Яңыраҡ бер ханым менән һөйләшергә тура килгәйне. Уның баҡыйлыҡҡа күскән иренең балаларына васыят итеп әйткән һүҙҙәре уйландырҙы: "Уҡығыҙ, балаларым, белем алығыҙ, алған белемегеҙ бөгөн кәрәк булмаһа ла, уҡығыҙ. Үҙ балаларығыҙҙы ла уҡырға өндәгеҙ. Бер көн һеҙ мөлкәтһеҙ, ерһеҙ, бер нәмәһеҙ тороп ҡалыуығыҙ бар. Әммә һеҙҙең белемде тартып алырға бер кемдең дә хәленән килмәйәсәк. Килер бер көн, шул белемегеҙ ярҙамында һеҙ юғалтҡан ҡиммәттәрегеҙҙе кире ҡайтара аласаҡһығыҙ. Шуны уйлап ҡуйҙым әле: Аҡмулаланың ун туғыҙынсы быуаттың аҙағында "Башҡорттарым, уҡыу кәрәк..." тип әйткән һүҙҙәре әле лә көнүҙәк, халҡыбыҙ һәм илебеҙ өсөн милли идея булырлыҡ." Әхмәр Үтәбай. "Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан 1081-се күҙәтеү.

