Шағир менән һуңғы осрашыуыбыҙ 2010 йылдың февралендә булды. Сафуан ағайҙың ауыр сир мен... — 6 июля 2026 г. в 18:12:05.799
Шағир менән һуңғы осрашыуыбыҙ 2010 йылдың февралендә булды. Сафуан ағайҙың ауыр сир менән ятҡанын күптән ишеткәйнек. Паркинсон ауырыуы ыҙалата ине шағирҙы. Шуға, хәлен беләйек, тип шағир Дамир Шәрәфи менән әле уҡый ҙа белмәгән, ләкин Сафуан бабаһының Әхмәт хаҡындағы бер нисә шиғырын яратып тыңлаған, һуңынан уны үҙенсә һөйләгән Йәдкәр улым – өсәүләп фатирына юлландыҡ. Ишек ҡыңғырауына баҫам. Йөҙөнән һис ҡасан йылмайыу китмәгән, сибәр Фәрҙиә апай (хәҙер ул да мәрхүмә инде) ишекте асып, ҡояштай балҡып ҡаршы алды. Тәүҙән үк улымды ҡосаҡлап, иң ҙур ҡунаҡ килгән дәһә, тип арҡаһынан һөйөп алды. - Сафуан бабаһы бәләкәй балаларҙы ярата инде ул, әйҙә, үтә тороғоҙ, – тип хужабикә түргә саҡырҙы. – Ятып торғайны, кейендереп, һыйпаштырып сығарғансы әҙерәк сабыр итерһегеҙ. Залға үтәбеҙ. Бер яҡ стена тулы китап. Рус, башҡорт әҙәбиәтенән башҡа, татар, украин һәм башҡа сит телдә сыҡҡан китаптар ҙа урын алған. Шағирҙың яңы ғына сыҡҡан “Һайланма әҫәрҙәр”енең икенсе томлығы теҙелеп киткән. Бер мөйөштә ике ҡабырғаһы йәшникле боронғо ауыр өҫтәл тора. Тик уның ниңәлер тояҡтары юҡ. Унда бары минең улыма ғына яҙышыуы уңайлы. Өҫтөндә папка-папка ҡағыҙҙар, шағирҙың ҡулъяҙмалары, тип фаразлайбыҙ. Ҡайын урманын һүрәтләгән балаҫ янында Сафуан ағайҙың төҫлө портреты эленгән. Унда ул, һәр ваҡыттағыса, ихлас йылмайып, балҡып тора. Заманса диван янындағы эленгән кәштәләрҙә төрлө сувенирҙар күҙҙең яуын ала. Монголия, Голландия, Алтай һәм башҡа тарафтарҙан ҡайтҡан улар. Шағирҙың юл сәфәрҙәре иҫтәлектәре, буғай. - Атай, ҡош һайраймы ул әллә? – улым ҡолағын һағайтып ҡуя. Тәҙрә төбөндәге ҡорған менән ҡаплана биреп ҡуйылған ситлектә тутыйғошто күреп тә ҡала. - Шағир өйөндә ҡош һайрарға тейеш, – шулай тигән булам. - Нишләп? Атай, ҡара әле, ул әүһәләйгә баҫып һайрай ҙа ул. - Илһам өсөн. Ҡош һайраһа, шағирға шиғыр яҙыуы рәхәтерәк, – Дамир аңлатыуҙы кәрәк тип тапты. - Икәү инеләр, берәүһе осоп сыҡты ла аҙашты... – Фәрҙиә апай, яурынынан ипле генә ҡосаҡлап, Сафуан ағайҙы алып сығып килә икән. Аҙымдары бигерәк талымһыҙ ағайҙың, йөрөшө бик тә самалы. Дамир менән сәбәләнеп киттек, шағирҙы ҡулдарынан тотоп, яйлап ҡына диванға ултыртабыҙ. Артына мендәр ҡыҫтырабыҙ. - Һеҙ аҙашмағыҙ, ҡанаты ҡайырылмаһа, ҡоштар ҡайтыр ул, – тим, Сафуағай менән күрешеп. Ағай ябыҡҡан, күҙҙәре эскә батҡан, илаһи йылмайыуы бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан. Ҡыйын булып китте. Ул миңә ҡарамай, ҡош янында мәж килгән улыма бармағын төртөп күрһәтә. Улымды яныбыҙға саҡырҙым, шағир үҙенә һыйындырып, уны һөйөп алды. Уң яҡ күҙенән йәш бөртөгө һығылып сығып, бите буйлап ағып китте. Тик дүрт йылдан шағир үҙе лә күктәргә осто ла… ҡайтмаҫ ерҙәргә китте. Фәрҙиә апай ағайҙың күҙен һөртөп ҡуйҙы: - Ҡартайҙы. Ана, боронғо эш өҫтәле кеүек, хәҙер үҙе лә аяҡтан яҙып бара. Уныһын тегеләй-былай күсереп йөрөтөп, аяҡтарын һындырып ҡуйҙылар. – Өҫтәлде әйтеүе. - Нисауа, – тип ҡуйҙы Дамир. – Буш ҡына өҫтәл хәжәтһеҙ, ҡулъяҙмаларҙы күтәрә бит, тимәк, кәрәге бар. Дауамы: https://vk.cc/cZmCfJ

