Яһалма тәрәнлектәрҙән ҡасып, бик тә тәбиғи туҡый ул шиғырҙарын ..."тип яҙҙы Хәсән ағай.... — 20 июля 2026 г. в 08:14:35.704
Яһалма тәрәнлектәрҙән ҡасып, бик тә тәбиғи туҡый ул шиғырҙарын ..."тип яҙҙы Хәсән ағай. Ысынлап та шулай: Хисмәтулланың шиғриәтендә бөҙрә һүҙҙәр юҡ, унда ирҙәрсә ҡырыҫлыҡ менән дөрөҫлөк! Сәбәләнмәйсә генә, өс - дүрт һүҙҙе үҙәккә һалып төп фекерҙе аса ла ҡуя. Ижадына ҡыҫҡалыҡ һәм тығыҙ фекерләү хас. Бая әйткәнемсә, шиғриәте ирҙәрсә булғас яҙыу стиле лә ирҙәрсә ырамлы, мускуллы. Мәүлит ағай Ямалетдиновтың шиғыр яҙғанда ҡулланыу өсөн беҙгә өйрәтеп ҡалдырған бер ҡағиҙәһе булыр ине. Шиғырҙың быуыны тарҡау уйҙарҙан буп - буш булып бәүелеп тормаһын өсөн төрлө уйҙар менән сыбарламай, уны бер генә тос фекер менән ҡаҙаҡлап - сөйләп ҡуярға өйрәтер ине. Әйткәнен һүҙмә - һүҙ ҡабатлаһам былай тип әйтер ине: " Шиғыр яҙыу - балға тотоп ҡаҙаҡ ҡағыу менән бер. Бер генә ритмда ашыҡмайса сөйҙө урынына еткәнсе төйәһең дә төйәһең. Балғаң менән бармаҡҡа, йә ситкә һуҡһаң, йә сөйҙө кәкерәйтһәң оятҡа ҡалаһың." Хисмәтулла ла тәс Мәүлит ағай күрергә теләгән шиғриәттең оҫта балғасыһы ла, балтасыһы ла кеүек миңә. Һәм бынамын тигәне!. Тулыраҡ сайтта: https://agideljurn.ru/news/godpoleznihdel/2026-07-20/k-rene-ber-ete-ya-shy-k-eld-r-e-t-ren-4757045

