«Мин үлмәнем әле, башҡорттарым, — 20 июля 2026 г. в 11:12:29.377
«Мин үлмәнем әле, башҡорттарым, Тере рух мин һеҙҙең йөрәктә. Дауамы мин батыр тамырының, Күрәһегеҙ мине бишектә». Башҡорт батыры, милли герой Салауат Юлаевтың музейын йүнәтеү дауам итә. Ул матур булып үҙгәрә, яйлап заманса төҫ ала. Әлеге фотолар менән Башҡортостан вице-премьеры Урал Килсенбаев уртаҡлашты. «Экспонаттарҙы йәнләндереү өсөн мультимедиалы гидтар һәм системалар ҡуйыласаҡ. Тарих заманса технологиялар ярҙамында аша йәнлерәк биреләсәк. - Яңы яҡтыртыу һәм тауыш ҡорамалдары Салауат Юлаев дәүерен хәтерләткән мөхит тыуҙырасаҡ, үткән заманға сәйәхәткә илтәсәк. - Урындағы халыҡҡа ла, туристарға ла уңайлы булһын өсөн музейҙың тирә-яғы ла тҙөкләндерелә, шул иҫәптән мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн дә яраҡлаштырыласаҡ», - тип хәбәр итә Урал Килсенбаев.

