Яңы китап📚 — 17 июля 2026 г. в 11:16:46.897
Яңы китап📚 Әбйәлил районынан Нәсимә Ғайсинаның “Тылсымлы ҡар бөртөктәре” тип аталған китабы донъя күрҙе. Унда авторҙың балалар өсөн тәғәйенләнгән мауыҡтырғыс әкиәттәре һәм хикәйәләре тупланған. Автор уҡыусыларҙы тәбиғәтте өйрәнергә һәм уға миһырбанлы ҡарашта булырға саҡыра. Китап, ата-бабаларыбыҙҙың көнкүреше, фәһемле аҡылы менән таныштырып, кескәйҙәр күңелендә илһөйәрлек хисен уятыуға булышлыҡ итә. 0+ #китапнәшриәте

