Бөгөн күренекле яҙыусы Ноғман Мусинға 95 йәш тулған булыр ине — 17 июля 2026 г. в 07:46:14.200
Бөгөн күренекле яҙыусы Ноғман Мусинға 95 йәш тулған булыр ине Ноғман ағайҙың фатирында беҙ яҙғыһын ғына булғайныҡ. Гөлнара, Салауат өсәүләп, ағайҙың 90 йәшенә оло әңгәмә эшләйек тип, дүрт сәғәттән ашыу ултырып ташлағайныҡ. Һөйләштек тә, көлөштөк тә, сәй ҙә эстек. Гөлшат апай менән иптәше беҙгә битлек кейҙерҙе, ҡулды спирт менән йыуҙырҙы. Атайҙы һаҡлайбыҙ, һаҡланабыҙ ҙа, тип донъя балҡытып йылмайҙы Гөлшат апай. Һуңынан табын әҙерләнеләр ҙә, беҙгә ҡамасауламайыҡ тип, үҙҙәренең бүлмәләренә сыҡтылар. Дүрт сәғәттән ашыу ваҡыт халыҡ яҙыусыһы менән бер туҡтамай мәж килдек. Рәхәт ине беҙгә. Ноғман ағайҙың да беҙҙе ебәргеһе килмәй, ә беҙҙең ысын мәғәнәһендәге халыҡ яҙыусыһы менән нисек тә күберәк һөйләшеп, серләшеп уның мөхитендә йәшәп, уның һауаһын һулап, тарихи бер мәлде оҙайтҡыбыҙ килгәйне. Шул минуттарға, шул сәғәттәргә рәхмәтлемен бөгөн. Улай ғына түгел, Ноғман Мусин кеүек ил ағалары менән замандаш булыу, уның даирәһендә, мөхитендә йәшәү оло бәхет икәнен аңлай инем, хәҙер нығыраҡ төшөнәбеҙҙер. - Әллә ни ҙә бер булһа ла шиғыр ҙа уҡыйым ул мин, - тигәйне әңгәмә башында уҡ Ноғман ағай. - Шатлыҡлы ваҡыттарҙа ғына түгел, ҡайғылы көндәрҙә лә шиғыр уҡығы килә икән ул. Бик ауыр ваҡыттарым булды, шунда шиғыр менән йыуандым. Фәймә апайығыҙ үлгәндән һуң да Шиғыр ҡотҡарҙы. Хәләлем менән ғүмеребеҙ буйына бер-беребеҙгә ныҡ бәйләнешкәйнек. Ул бәхил булып киткәс, бик ауыр хәлдә ҡалып йөрөгәндә оло ҡыҙымды ла юғалттым. Фәрзәнә 53 йәшенә етеп пенсияға сыҡҡайны ғына, күп тә тормай операциялар яһатып, ике йылдан мәрхүмә булды. Ҡайғыларҙан һуң яҙылған шиғырҙарҙы күрәм, айырам хәҙер. Шул ваҡытта, бигерәк, йөрәктең үҙен ярып сығамы икән шиғыр, тием. Өлкән ҡыҙым үлгәндән һуң бәләкәсем, Гөлшат ҡыҙым, менән ултырып, икебеҙ шиғыр яҙҙыҡ. Бына ул, уҡығыҙ әле? Ҡулы менән яҙылған ҡағыҙ битен тотторҙо ул миңә. Ҡысҡырып уҡыным. "Фәрзәнәмдең ҡәбер һәйкәлендәге яҙыу" , - тип башлана ине ул шиғыр башы. "Тыуған ерем, яҙғы матур мәлдә Алдың мине йылы ҡосаҡҡа. Ҡояш нуры аҡ юл теләп ҡалды, Оҙатҡанда мине ожмахҡа. Һау бул, ҡояш, ергә, кешеләргә Бүләк ит һин изге йылыңды. Мин ҡалдырып китәм барығыҙға Йырланмайса ҡалған йырымды”. – Шулай, ҡыҙым менән икәүләп яҙҙыҡ. Тормош кешегә төрлө-төрлө ваҡыттарын күрһәткән һайын фанилыҡ, яҙмыштар тураһында тәрәнерәк уйланаһың икән... Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Мөнир Ҡунафин.

