Осһоҙландыҡ — 17 июля 2026 г. в 06:49:59.690
Осһоҙландыҡ Аҡса - хаким хәҙер, ғали йәнәп, Хаҡы арта бара алтындың. Ер майының хаҡы - йәшәү хаҡы: Шуның өсөн һуғышалар илдәр; Осһоҙлана бара аҡылым!.. Аҡһаҡалдар хәйер һорағанда, Аҡыл кәрәк, тим, һуң йә кемгә? Талант илдә бер артыҡ йән булғас, Даһи әйләнә шул йәтимгә, Мохтаж булып йәшәй йә тингә. Намыҫтың да ни ҡиммәте инде - Осһоҙлана әҙәм балаһы, Сит-яттарға башҡынайын һата, Артмас̧ микән, тиеп баһаһы, Ғали ғалим - илдең ағаһы. Осһоҙланмаҫ өсөн, ана, Пушкин Дуэлдәргә сыҡҡан йөҙгә-йөҙ, Һөйөү хаҡы, тиеп, ғүмер хаҡы; Беҙ, бахырҙар, ғына түҙәбеҙ ул, Тубыҡ ҡатҡан мәңге теҙләнеп. Бала ғына һөйөр ҡулдар менән Тамаҡ өсөн ерҙе тырнайым. Йәндең яраһына һөртөр инем, Ҡорғаҡһый ҙа барған ер майын, Һоранмайым - Яҡты сырайым. Башҡортостандың халыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбаева.

