Өфөлә Башҡортостан шағирҙары һәм яҙыусыларының МХО темаһына әҫәрҙәр йыйынтығы донъя күрҙе — 14 июля 2026 г. в 12:43:16.632
Өфөлә Башҡортостан шағирҙары һәм яҙыусыларының МХО темаһына әҫәрҙәр йыйынтығы донъя күрҙе Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә махсус хәрби операция темаһына арналған «Яралы тынлыҡ» йыйынтығы баҫылып сыҡты. Китапта Башҡортостан журналистары һәм яҙыусылары Лариса Абдуллина, Мөнир Ҡунафин, Морат Рафиҡов, Гөлназ Ҡотоева, Миләүшә Ҡаһарманова һәм Гөлсирә Ғиззәтуллина-Ғайсарованың әҫәрҙәре тупланған. Морат Рафиҡовтың хикәйәһен «Башинформ»дың әҙәби мөхәррире Алик Шакиров тәржемә иткән. Ләйлә Аралбаева

