Йәшерәк саҡта беҙ һәр бер күңел осошон, күңел күтәрелешен бәхеткә тиңләйбеҙ. Әммә йәшәй... — 14 июля 2026 г. в 11:01:57.878
Йәшерәк саҡта беҙ һәр бер күңел осошон, күңел күтәрелешен бәхеткә тиңләйбеҙ. Әммә йәшәй-йәшәй ҡәҙимге мәлдәрҙе лә бәхеткә тиңләргә өйрәнәбеҙ икән. Иртәнсәк йоҡонан тораһың, Аллаға шөкөр, һаулығың, эшең бар, балаларың иҫән-һау, һиңә терәк булырҙай тормош иптәшең яныңда - был бәхет түгелме? Бәхет. Йәшәй-йәшәй йәшерәк саҡта күрмәгән бәләкәй генә күренештәрҙе лә баһаларға, бәхеткә тиңләргә өйрәнәһең. Бер көн өндәшмәй генә күҙәтеп йөрөнөм дә, үҙем дә аптырап киттем. Хәләлем минән иртәрәк тороп, сәй ҡайнатып ҡуйған, ихатабыҙға сығып, төндә яуған ҡарҙы көрәп, бер ыңғай этте ашатып ингән. Кеҫә телефонымдың зарядкаһы бөтөп барғанын күреп, шым ғына зарядникка тоташтырып киткән. Мин ҡыҙыбыҙҙың сәсен тарап үргәнсе, сығып, машинаны йылытып, бәләкәсебеҙҙе мәктәпкә алып китте. Баҡтиһәң, иртән уянып, эшкә сығып киткән ҡыҫҡа аралыҡта ғына ла ул миңә ҡарата әллә күпме изгелек ҡылып өлгөрә. Ә изгелек ҡылынған ерҙә бәхет тә була. Уны күрә һәм баһалай ғына белергә кәрәк. Ә быға тиклем мин быны ғәҙәти хәл тип ҡабул итә инем бит... Шағирә Зөлфиә Ханнанова.

