*** — 21 июля 2026 г. в 02:13:28.691
*** Йәйге хәүефһеҙ күк асыла ла Сикһеҙ ғаләм күҙе ергә баға, Мәңгелектең хәтәр шаңдауҙары Мөлдөрәмә ҡояш көнгә ҡаға. Күпме быуаттарҙың хаталары, Әрнеү булып, йәнебеҙҙе өңгән: Яуызлыҡмы еңгән яҡшылыҡты, Яҡшылыҡмы яуызлыҡты еңгән?.. Ҡыҫҡа ғына ғүмер тигән юл да Ошо ике ара буйлап бара, Һис бер ҡушыла алмаҫ был сиктәргә Бәрелмәйсә генә үтеп ҡара! Сикһеҙ ғаләм күҙе ергә баға... Боронғоға һин дә күҙ һал, бәндә, Ғибрәт кенә түгел, аҡ нурҙарҙан Өмөт тыуыр шул саҡ һинең йәндә.

