Батырыбыҙ Муса Гәрәев исеме менән аталасаҡ урын — 31 июля 2026 г. в 18:25:16.508
Батырыбыҙ Муса Гәрәев исеме менән аталасаҡ урын Донъя картаһында асыҡ күренеп тора был урын — Яңы Ер архипелагының иң көнбайыш нөктәһе. Ике тапҡыр Советтар Союзы геройы Муса Гәрәев һуғыштан һуң ошо тарафтан боҙло океанды айҡап бер нисә тапҡыр осҡан. Махсус задание үтәгән. 1955-1956 йылдарҙа легендар летчик ике «Ҡыҙыл йондоҙ» орденына лайыҡ була, ул йылдарҙа иһә әлеге награда башҡа бер һалдатҡа ла бирелмәй. Һуңыраҡ Афған һуғышында ҡатнашыусылар бүләкләнә. Муса Гәрәев хәтерен донъя картаһында мәңгеләштереүҙе Илеш районынан авиация ветераны, Башҡортостан граждандар авиацияһы ветерандары ойошмаһы рәйесе Рифғәт Денисламов күтәреп сыҡҡан. Уны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хуплаған һәм Архангельск өлкәһе губернаторына мөрәжәғәт иткән. Тулыраҡ беҙҙең ВК төркөмдә танышырға мөмкин.

