Айгөл Сәлимйән ҡыҙына ярҙам итәйек! — 31 июля 2026 г. в 18:14:17.637
Айгөл Сәлимйән ҡыҙына ярҙам итәйек! Бәлә ағас башынан йөрөмәй, кеше башынан йөрөй. Оҙаҡ йылдар З. Вәлиди исемендәге Милли китапханала эшләгән, әҙәбиәтте пропагандалауға шағир-яҙыусыларҙың китаптарын таратыуға күп көс һалған, ҡояштай балҡып торған хеҙмәттәшебеҙ Айгөл Байморатова бөгөн барыбыҙҙың да ярҙамына мохтаж. Бергәләп уға ауыр сирҙе еңергә ярҙам итәйек. Айгөл Сәлимйән ҡыҙына ныҡлыҡ, ҡаҡшамаҫ һаулыҡ теләйбеҙ!

