Тәүге совет компьютерын уйлап тапҡан Бәшир Рәмиев хаҡында шәп видео эшләгәндәр — 13 августа 2026 г. в 13:29:32.842
Тәүге совет компьютерын уйлап тапҡан Бәшир Рәмиев хаҡында шәп видео эшләгәндәр Нейроселтәр ярҙамында күренекле ғалим-уйлап табыусы Бәшир Рәмиев тураһында әлегә булмаған фильмдың трейлерын эшләгәндәр. Яһалма зиһен тәүге совет компьютерын уйлап табыусыһының тормошон һәм эштәрен күрһәтә. Бәшир Рәмиев — Стрела, Урал-1 кеүек ЭВМ эшләүсе, Сталин премияһы лауреаты. Ул Баймаҡта тыуған. Әйткәндәй, БР Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә төҙөлә башлаған математик лицей-интернатҡа Рәмиевтың исемен бирергә тәҡдим итте.

