ерҙәрен һаҡлау — айырым һорау. Улар беҙҙең дәүерҙең тере шаһиттары, улар ҙа музей күргә... — 13 августа 2026 г. в 11:28:52.639
ерҙәрен һаҡлау — айырым һорау. Улар беҙҙең дәүерҙең тере шаһиттары, улар ҙа музей күргәҙмәләрендә үҙҙәренең хаҡлы урынын табырға тейеш, — тип белдерҙе Радий Хәбиров. Ошо башҡарған эштәр халыҡ күңелендә, кеше, замандаш хәтерендә беҙ нисек күрһәтәбеҙ шулай ҡаласаҡ. Әйтәйек, Герой Суфияров батырлығы. Ул үҙ янына бар дошмандарҙы йыя ла, үҙен дә , фашистарҙы ла шартлата. Әгәр ҙә был турала уның яуҙаш браттары башҡаларға еткермәһә, әҫәрҙәр, мәҡәләләр яҙылмаһа, геройҙың иҫ киткес данлыҡлы аҙымын белер инекме? Йә был аҙнала Түбәнге Камалаға ҡот осҡос хәлдәр... Һуғыш ҡырынан меңдәр саҡрымлыҡ алыҫлыҡта үҙ өйөндә,балконда тыныс ҡына йоҡлап ятҡан биш йәшлек баланы БПЛ килеп... яралы сабый ата-әсәһенең ҡулында йән бирә, фашизмдың ҡорбанына әйләнә... Былар барыһы ла йәнде, зиһенде тетрәтер, уйландырырлыҡ миллион ваҡиғаларҙың бер-икәүһе генә... Европаның демократияһы быларҙы күрмәй ҙә, белмәй ҙә, үҙ халҡына ялған мәғлүмәт бирә. Беҙ белергә, киләсәк быуынға еткерергә бурыслы. Еңеү булыр. Беҙҙең Еңеү! Тик ул Еңеүҙең дә дәүмәлен дә, тулылығын да, өлгәшкән маҡсаттарын да, сиктәрен, булмышын да беҙгә дөрөҫ аңларға һәм дөрөҫ еткерергә лә, белергә лә кәрәк буласаҡ әле. Рәсәйҙе ҡаҡшатырға тырышҡан дошман, юҡ беҙ еңдек тип башҡа интерпретацияла ла күрһәтергә, халҡын алдаҡ менән дә ышандырырға ла мөмкин. Шуға тарихты, дөрөҫлөктө бөгөн яҡларға, һаҡларға кәрәк тә. Рәсәй, киреһенсә, көсләнә генә бара. Ә уның көсө - халыҡтың берҙәмлегендә, ауыр саҡта бер йоҙроҡ булып туплана алыуыбыҙҙа. Был операция барышын, сәбәптәрен, батырлыҡтарын һб фәнни- тарихи яҡтан да нығытырға кәрәк. Тарихсыларға эш күп. Шуға Башлыҡ ошо йүнәлештә гранттар булдырырға тәҡдим итте. Бындай дәртләндереү кәрәк тә. Тарих "ҡыҙыу сағында" яҙылһа көслө лә, дөрөҫ тә. Махсус операция биләмәһендә йөрөгәндә: – Беҙгә, журналистарға, бында килеү кәрәкме ул? – тип һорағаным булды яугирҙәрҙән. – Һеҙ тарих яҙаһығыҙ. Беҙҙең заман тарихын, ил яҙмышын, кешеләр, яугирҙәр тормошон. Үҙебеҙҙең тарихты үҙебеҙ яҙмаһаҡ, башҡаларҙың, кемдәр икәнен аңлап тораһығыҙ, алдаҡ һәм "юрғанды үҙҙәренә тартҡан" интерпретацияһында өйрәнәсәк киләсәк быуын ысын булған хәл-ваҡиғаларҙы. Ул йәһәттән һеҙҙең хеҙмәтегеҙ ҙур, яҙғандарығыҙ ҡәҙерле. Һеҙ үҙ күҙҙәрегеҙ менән күреп, ишетеп, дары еҫен еҫкәп, беҙҙең менән бергә блиндажда йоҡлап, бергә ултырып сәй эсеп, тарих яҙаһығыҙ. Тарих яҙаһығыҙ, беҙ ҙә тарихта ҡалабыҙ! – тине браттарым. Уйлаһаң, улар бик хаҡлы бит. Һуғыш үтер ул, ә тарих, тере хәтер ҡалыр. Тарих - ул үткән шанлы ваҡиға, ҡылған оло эштәр, заманалар ағышы, хәтер һандығы ғына түгел, унда бөйөк хаҡлыҡ, ҡан-дан менән яҙылған дәүерҙәр хәҡиҡәте лә йәшәй, тантана итә. Тарихлы халыҡ – көслө һәм мәртәбәле халыҡ. Шундай ҡанатлы, уйландырғыс һүҙҙәр бар: «Совесть человека – это память его народа". Эйе, аҡыллы хәтер һәм дә хаҡлыҡ - ул кешенең дә, халыҡтың да намыҫы. Беҙҙең ана шул намыҫты юғалтырға хаҡыбыҙ юҡ. Беҙ бөгөн Замандың һәм Халыҡтың намыҫы өсөн эшләйбеҙ, Илдең тарихы һәм хәтере өсөн көрәшәбеҙ, ә бәлки бар Кешелектең таҙа һәм хәүефһеҙ киләсәге өсөн йәшәйбеҙҙер!

